Өфөнән ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Яугирҙар ике аҙналыҡ отпуск ваҡытында өйҙә ял иткән һәм туғандары менән күрешкән. Уларҙы ғаиләләре, дуҫтары оҙатып ҡалды. Һалдаттар үҙҙәре менән хеҙмәттәштәренә күстәнәстәр һәм тәү кәрәк-яраҡ әйберҙәре алып бара. Хәрби частарға яугирҙарҙы уңайлы автобустар илтә.

Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә хәрбиҙәр йыйыу дауам итә. Контрактты 45 йәшкә тиклемге ир-егеттәр бер йылға төҙөй ала. Дрондарҙы һөҙөмтәле ҡулланыу өсөн түләүҙәр ҡаралған. Студенттарға академик отпуск һәм хеҙмәт тамамлағандан һуң бюджет уҡыуына күсеү мөмкинлеге бирелә. Контракт буйынса хеҙмәткә урындағы хәрби комиссариатҡа, Өфөнөң Революция урамындағы хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына мөрәжәғәт итеп, йәки ғаризаны «Дәүләт хеҙмәттәре» аша яҙылырға мөмкин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ