Оҙаҡ ауырығандан һуң Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Нияз Алсынбаев арабыҙҙан китте. Уға 63 йәш ине. Нияз Зәбих улы 1963 йылдың 1 майында Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылында тыуған. Журналистикала үҙ юлын 1989 йылда БАССР-ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетында хәбәрсе булып башлай. Ул ябай журналистан алып «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияның радиотапшырыуҙар хеҙмәте етәксеһе урынбаҫарына тиклем юл үтә. 2004 йылдан «Юлдаш» музыкаль-мәғлүмәт каналы етәксеһе була.



