39 йәшлек Вадим Шипачев «Салауат Юлаев» клубы менән контракт төҙөнө. Килешеү бер йылға иҫәпләнгән. Форвард Континенталь хоккей лигаһының иң яҡшы бомбардиры һанала. Уның иҫәбендә 1 мең 27 мәрәй. Февралдә Вадим Шипачев КХЛ тарихында беренсе булып 700 пас биргән хоккейсы тип танылды. Һөжүмсе ике тапҡыр Гагарин кубогына эйә була. Рәсәй йыйылма командаһы составында ҡышҡы Олимпия уйынында һәм донъя чемпионатында алтын миҙал яулай. Билдәле булыуынса, һуңғы ике йылда Минскиҙың «Динамо»һы өсөн сығыш яһаны.



