Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 360 мең гектарҙа яҙғы иген культуралары химик утау үткән. Эштәр майҙандарҙың 33 процентында башҡарылған. Стәрлетамаҡ, Илеш һәм Федеровка райондары әүҙемлек күрһәткән. Ужым баҫыуҙары 200 мең гектарға яҡын эшкәртелгән, майлы культуралар 218 мең гектар майҙанда теүәлләнгән.




