“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүенсә,  күсмә комплекс табиптары быйыл 72  мең 800-ҙән  ашыу кешене ҡабул иткән. Пациенттарҙа 4 меңдән  ашыу социаль сир асыҡланған, 92 кешелә яман шеш ауырыуы табылған.  “Сәләмәтлек поездары” был аҙнала Учалы, Әбйәлил, Архангел, Бүздәк, Дыуан, Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ райондарында эшләй. Профилактик сара “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. 

Фото №1 - “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы  дауам итә
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ