- Гуманитар ылауҙар һәм ярҙам күп. Һеҙ яугирҙарға һөҙөмтәлерәк алышырға ярҙам итәһегеҙ. Беҙ командирҙар менән даими элемтәлә. Еңеү беҙҙеке буласаҡ, -тине Радий Хәбиров. Республика башлығы Шишмә районында "Патриот" паркындар ирекмәндәр лагерында ҡатнашыусылар менән осрашты. Махсус хәрби операция башланғандан алып волонтерҙар 19 мең тоннанан ашыу гуманитар ярҙам йыйып оҙатҡан.




