Өфө пляждарында яһалма зиһен ҡулланыла

Ул яр буйында ял итеүселәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итергә ярҙамлаша. Яһалма зиһен менән йыһазландырылған камералар һыу инеүселәрҙе күҙәтә, билдәләнгән урындан ситкә сыҡҡан йөҙөүселәр тураһында ҡотҡарыусыларға хәбәр итә. Аҡыллы система былтыр сафҡа индерелә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле 1 июндән старт алғайны. Әммә ҡотҡарыусылар майҙан алып дежурҙа. Бәхеткә, ошо ваҡыт эсендә һыуҙа зыян күреүселәр юҡ. Былтыр иһә 50 кеше ҡотҡарылған.

Һыу инә торған урын, йәки хәүефһеҙ зона ҡалҡыуыстар менән күрһәтелһә, был системала ул ҡыҙыл һыҙат менән билдәләнгән. Әгәр һыу инеүсе унан ситкә сыҡһа, аудио ярҙамында хәбәр ителә. Бынан тыш, һәр пляжда ҡотҡарыусылар ҙа эшләй. Улар өсөн дә был система тәртип боҙоусыны күҙҙән ысҡындырмаҫҡа ярҙам итә.

Артур Бубнихин, Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы етәксеһе урынбаҫары-берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте етәксеһе

Яһалма зиһен ярҙамында эшләүсе камералар әлегә Өфөнөң ике биләмәһендә ҡуйылған. Улар-Киров районының «Солнечный» һәм Калинин районының «Гольфстрим» пляждарында. Киләсәктә уларҙың һанын күбәйтеү һәм баш ҡаланың барлыҡ 9 пляжын да аҡыллы камералар ярҙамында күҙәтеү планлаштырыла. Бындай системаның булыуы ҡоҡарыусыларҙы алмаштырмай, ә белгестәргә һыу инеүселәрҙе күҙәтергә, зыян күреүселәрҙе ваҡытында асыҡларға һәм кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ