Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән был аҙнала «Урал батыр эпосы» көнө билдәләнде. Ул быйыл икенсе тапҡыр үткәрелде. Байрам уңайынан Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылында ла ҙур сара уҙҙы.
Баймаҡ районы хакимиәте һәм башҡорттары ҡоролтайы, Ниғәмәт ауыл биләмәһе һәм Хәмит сәсән вариҫтары тарафынан Икенсе Этҡол ауылы янындағы Хәмит сәсән утарында «Урал батыр» эпосы көнөнә арналған «Сәсән уҙған ерҙә һүҙ ҡала» исемле ҙур сара үтте.
«Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәр конкурсына Өфө, Баймаҡ, Сибай, Учалы ҡалаларынан, шулай уҡ Бөрйән, Йылайыр һәм Әбйәлил райондарынан ҡатнашыусылар йыйылды.
1910 йылда «Урал батыр» эпосын Мөхәмәтша Буранғолов тап Баймаҡ ерендә, күренекле сәсәндәр Ғәбит Арғынбаев һәм Хәмит Әлмөхәмәтовтан ишетеп яҙып ала. Шуға күрә баймаҡтар өсөн был эпос ҡәҙерле һәм ул ғорурлыҡ тойғоһо уята.
Сараны үткәреүҙә Хәмит сәсәндең вариҫтары тос өлөш индерҙе. Тап улар башҡорт эпосын башҡарыу традицияларын һәм халыҡ ижадының күренекле вәкилдәре тураһында хәтерҙе һаҡлауға булышлыҡ итә алды.



