Радий Хәбиров Салауат районында һәләк булған балаларҙың ғаиләһенең ҡайғыһын уртаҡлашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Салауат районындағы янғында һәләк булыусылар ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты һәм ғәҙәттән тыш хәл сәбәптәрен ентекле тикшерергә ҡушты. Фажиғә буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Янғын сыҡҡан мәлдә бер ҡыҙ һәм ике малай өйҙә яңғыҙ булған.

Ҡот осҡос фажиғә бөгөн көндөҙ Яңы Ҡаратаулы ауылының Йүрүҙән урамында теркәлгән. Янғын һүндереү расчеттары килеп етеүгә, ағас йортто ялҡын ялмап өлгөргән була. Һөҙөмтәлә ут һүндерелә, әммә ҡазаға тарыусыларҙы ҡотҡарырға һуң була. Емереклектәр араһында 6, 8 һәм 11 йәшлек балаларҙың кәүҙәләре табыла. Әле ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Тикшереү барышында бәлиғ булмағандар тураһындағы ҡануниәттең үтәлешенә һәм янғын хәүефһеҙлеге талаптарының тәьмин ителеүенә баһа биреләсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ