Башҡортостанда глемпингтар, кэмпингтар һәм юл буйы сервисы әүҙем үҫешә

Былтыр республика Рәсәйҙең туристик йәлеп итеүсәнлек рейтингында 9-сы урынға күтәрелгәйне. Башҡортостан ил кимәлендә ваҡиғалар туризмы төбәге булараҡ та танылыу алды. Инфраструктура ла үҫешә: глемпингтар, кэмпингтар асыла. Юл буйы сервисында яңы объекттар сафҡа индерелә, юлдар төҙөкләндерелә. Йәйәүле туризмдан алып вертолетта вип-эскурсияларға тиклем-туристарға төрлө маршруттар тәҡдим ителә. Үҙаллы ял итеүселәр ҙә бар. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән бер төркөм хеҙмәткәрҙәр велотуризм менән шөғөлләнә башлаған. Йәйге сәйәхәттәр маршруты ла билдәләнгән-тәүгеһе Ишембай районындағы Торатауға бер көнлөк сәфәр булған. Баш ҡаланан Стәрлетамаҡҡа тиклем электричкала, ҡалған юл велосипедта үтелгән. Киләсәктә бер идея менән янған йәштәр тимер юл хеҙмәттәре менән файҙаланып, маршруттарҙы оҙайтырға иҫәп тота. Башҡортостан тәбиғәт һәйкәлдәре һәм иҫтәлекле урындары менән танышыуҙан тыш, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре лә ҡыҙыҡһындыра.

Йәштәр Һамар ҡалаһына барып ҡайтҡандан һуң велосипедта Шишмә районының Турахан кәшәнәһенә тиклем маршрутты үтергә йыйына. Бөгөн үҙаллы ял итеүселәр мотоциклда ла, автомобилдә лә республиканың төрлө район-ҡалаларына юлланып, ялын файҙа менән үткәрә. Шулай уҡ туроператорҙар тарафынан йөҙәрләгән туристик маршрут тәҡдим ителә, яңыларын булдырыу буйынса эш алып барыла. Өфөләге экскурсиялар ҙа уңайлы ике ҡатлы автобустарҙа ойошторола.

Кемдер тауға күтәрелеүҙе үҙ итһә, икенселәр өсөн һыу туризмы яҡын. Майҙан алып Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйлап теплоходта йөрөү мөмкинлеге асылды, шулай уҡ хәҙер йәштәр араһында сапбордтар ҙа бик популяр. Ғөмүмән, башҡортостан һыу ятҡылыҡтарына бай, йәйгеһен бигерәк тә ҙур компаниялар менән йылғала, кәмәлә йөҙөүселәр ҙә арта, бар осраҡтарҙа ойошторолған турҙарға, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлешенә иғтибарлы булыу мөһим

Шүлгәнташ мәмерйәһе, Ирәмәл тауы менән Айғыр ҡаяһы... Башҡортостан тәбиғәте иҫ киткес һәм миллиондарса кешенең һөйөүен яулаған. Республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, туризм иҡтисад үҫешенең мөһим өлөшө. Ошо маҡсатта тармаҡ инфраструктураһын үҫтереү бурысы ла ҡуйылған. «Комсомольская правда» радиоһында сығыш яһағанда төбәк етәксеһе үҙе лә ғаиләһе менән бергә район-ҡалалар буйлап сәйәхәт итеү күңеленә яҡын булыуын әйткәйне

Башҡортостан туристарҙың иғтибарын йәлеп иткән иң матур төбәктәрҙең береһе. Былтырғы һөҙөмтәләр буйынса туристар ағымы 1 млн 900 меңдән ашыу сәфәр тәшкил иткән. Был күрһәткес буйынса республика Рәсәй кимәлендә-17 урында. Шифахана-курорт йүнәлешен үҫтереү буйынса ла уңышлы күрһәткестәргә ирешелгән, ял итеүселәр иҫәбе буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы урында.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ