Өфөнән аэропорт яғына трасса ремонтҡа ябыла

Чесноковка ауылы эргәһендәге юл участкаһында ремонт ваҡытына реверсив хәрәкәт ойошторола. Өфө-Ырымбур йүнәлешдәге трассала күперҙе төҙөкләндереү, асфальт ҡатламын яңыртыу, бордюрҙарҙы һәм йәйәүлеләр үткәүелендәрен тәртипкә килтереү күҙаллана. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

Өфөнән аэропорт яғына юлда төҙөлөш эштәре тынмай. Юлсылар иҫке асфальт ҡатламын алып яңы ҡырсынташҡа майҙан әҙерләй. Өфө-Ырымбур трассаһындағы юл участкаһы ике өлөшкә бүлеп төҙөкләндерелә.

1976 йылда төҙөлгән күпер хәүефһеҙлек талаптары буйынса ремонтлана. Объекттың һул һыҙаты ремонтҡа 8 июлдән сикләнә, уң яҡ юл 15 июлдән 13 августҡа тиклем төҙөкләндерелә.

Федераль трассалағы юл участкаһынан тәүлегенә 100 меңдән ашыу автомобиль үтә. Шуға ла иҫке күперҙе ваҡытында төҙөкләндереү көнүҙәк маҡсат.

Флорида Миһранова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ