Йәштәр мәшғүллеге буйынса сара быйыл бишенсе тапҡыр уҙа. Йәрминкәлә предприятиелар төрлө вакансиялар тәҡдим итте, байрамға килеүселәр өсөн уйындар, квестар ойошторолдо. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
Арт-Квадрат майҙансығында Өфөнөң эш биреүселәре ваҡытлыса эштән алып даими мәшғүллеккә тиклем хеҙмәт урындары тәҡдим итте. Эш эҙләүселәр башлыса студенттар. Сөнки тиҙҙән сессия тамамлана. Күптәр ике ай ваҡытты ял итеп түгел, аҡса табыуға бағышларға ниәтләй.
Вакансиялар йәрминкәһе стажировка, йә рәсми эш эҙләүселәр өсөн уникаль майҙансыҡ. Өфө ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты булышлығында ҡала йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге сараны бишенсе тапҡыр ойоштора. Баш ҡалалағы газ-нефть предприятиеһы өсөн байтаҡ хеҙмәткәрҙәр талап ителә. Вакансиялар офиста ла, вахта менән дә.
Ойошмалар төрлө кимәлдәге эш хаҡы тәҡдим итә. Мәҫәлән, Шаҡша биҫтәһендәге быяла һауыттар етештереүсе заводы эшселәрҙе тәжрибәһеҙ ҡабул итә, әммә йөҙ мең һум хеҙмәт түләргә вәғәҙәләй, сөнки эш шарттары һаулыҡҡа зыянлы.
Фестивалдә сара партнерҙарынан йәрминкәгә килеүселәргә бүләктәр уйнатыу ойошторолдо. Ҡалалағы сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы ирекмәндәр тәбрикләнде.
Статистика күрһәтеүенсә, һуңғы йылдарҙа эш эҙләүсе йәштәр күбәйгән. Урта белем биреү һәм юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөүселәр хеҙмәтте бергә алып бара. Был- заман ихтыяжы. Ә эш биреүселәр иһә был категория өсөн лояль эш шарттары тәҡдим итә. Мәҫәлән, баш ҡалала дөйөм туҡланыу урындарында, кеҫә телефон салондарында һәм башҡа ойошмаларҙа тап студенттар үҙенә яраған эш таба ала.
Рәмилә Исмәғилева



