Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана менән Мостай Кәрим исемендәге фонд башланғысы булараҡ уҙғарылған сараға Айгөл исемле гүзәл заттар һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры ижады менән ҡыҙыҡһыныусылар саҡырылды.
Мостай Кәрим «Айгөл иле» драмаһын 1967 йылда яҙған, пьеса һуғыш арҡаһында бер- береһенән айырылған әсә менән ҡыҙҙың драматик яҙмышы тураһында. Күп тә үтмәй әҫәр башҡорт драма театрында сәхнәләштерелә һәм төп герой халыҡ һөйөүен яулай, Айгөл исеме киң билдәлелек ала. Байрамға килеүселәргә драматик әҫәрҙең яңы баҫмаһы тәҡдим ителде.
Асыҡ һауала уҙғарылған байрамда ҡатнашҡан Айгөлдәр араһында сәнғәт эшмәкәрҙәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бар ине. Майҙанда картиналар, ҡул эштәре күргәҙмәләре эшләне, шиғырҙар уҡылды, йырҙар яңғыраны.



