Республика башлығының ошо туралағы указына үҙгәреш индерелде. Документҡа ярашлы, Республика халыҡ ижады үҙәге форумды ойоштороусы була. Бынан тыш, ойоштороу комитетында ла үҙгәрештәр бар. Уның составына Республика башлығының йәмәғәт-сәйәси үҫеш буйынса идаралыҡ етәксеһе Илмир Әһлиуллин, Мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов, Республика халыҡ ижалы үҙәге директоры Салауат Киреев һәм “Башҡортостан муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы, Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов алынды.




