Дәүләт Йыйылышында Константин Толкачев иҫтәлегенә күргәҙмә асылды

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа оҙаҡ йылдар төбәк парламентын етәкләгән Константин Толкачев иҫтәлегенә күргәҙмә эшләй башланы. Экспозиция күренекле дәүләт эшмәкәренең шәхесен төрлө яҡтан аса, уның тормошоноң эш менән бәйле яғын да, киң йәмәғәтселек күҙенән йәшерелгән ғаилә тарихы биттәрен дә күрһәтә. 2008 йылдан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе вазифаһында эшләүсе сәйәсмәндең башланғысы менән һанап бөткөһөҙ закон проекттары ҡабул ителә. Йәмғиәттә көрсөктәр, власть алмашыныуҙары, короновирус, махсус хәрби операция һәм башҡа мөһим тарихи ваҡиғаларҙа ул граждандарҙың именлеген яҡлаусы етәкселәрҙең береһе була.

Константин Толкачев Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы. Республиканың хоҡуҡи һәм ҡануни үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән шәхес. Төбәк сәйәси тарихында яҡты эҙ ҡалдырған етәксе, сәйәсмән эшлекле ҡаҙаныштарынан тыш тәү сиратта кешелеклелеге һәм оло йөрәге менән хәтерҙә ҡаласаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ