Республика хужалыҡтарында 27 мең тонна сенаж һалынған

16 район мал аҙығын әҙерләү кампанияһын башланы. 6 мең гектарға яҡын майҙанда үлән сабылған- 800 тонна бесән әҙерләнгән, тип белдерәләр Ауыл хужалығы министрлығынан. Туймазы, Ҡырмыҫҡалы һәм Мәләүез райондары юғары һөҙөмтәгә өлгәшә. Хужалыҡтарға быйыл 650 мең тонна бесән, 1 миллион 100 мең тонна сенаж һәм 1 миллион тонна силос һалыу, мал башына   28 центнер аҙыҡ әҙерләү бурысы ҡуйылған.

Фото №1 - Республика хужалыҡтарында 27 мең тонна сенаж һалынған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ