Өфөлә «Управдом» республика форумы үтте

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләрен хәл итеү өсөн ойошторолған сара йорт хужаларын, урындағы совет рәйестәрен, идарасы компаниялар, власть вәки лдәрен берләштерҙе. Биләмәләрҙе төҙөкләндереү, капиталь ремонт өсөн хаҡтарҙы көйләү, урындағы халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу һәм башҡа көнүҙәк һорауҙарға арналған форумда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

Өфөләге иң яҡшы күп ҡатлы йорт Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге урамда урынлашҡан. Был маҡтаулы исемде йөрөтөү өсөн йорт хужалары даими эш алып бара. Подъездарҙы, ихатаны тәртиптә тотоу, хужалыҡта килеп тыуған мәсьләләрҙе бергә хәл итеү, идарасы кОмпания вәкилдәре менән килешеп эшләү һәм башҡа көнүҙәк йүнәлештәрҙә улар һәр саҡ әүҙем. Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-хужалыҡ министры урынбаҫары Алексей Ересько Башҡортостанға эш сәфәре барышында тап Мөбәрәков урамындағы йорт менән танышты. Күптән төҙөлгән, әммә граждандар тырышлығы менән яҡшы һаҡланған торлаҡ күптәр өсөн өлгө булып тора.

Управдом форумында идараСЫ коМпаниялар менән туранан-тура аралашыу, мәғлүмәт туплау майҙансыҡтары эшләп торҙо. Биләмәләрҙә комплекслы ремонт ойоштороу, ресурс менән тәьмин итеүсе компанияларҙың эшмәкәрлеген күҙәтеү өсөн йәмәғәт контроле ойоштороу һәм башҡа һорауҙар ҡаралды.

Форумда «Күп фатирлы йорттарҙы тәртиптә тотоу», «Фиҙаҡәр хеҙмәт», «Әүҙем йорт хужалары» номинациялары еңеүселәре билдәләнде. «Управдом» форумы сиктәрендә наградаларҙы республика башлығы тапшырҙы. Радий Хәбиров форумдың пленар ултырышында ла ҡатнашты. Ул муниципалитеттар хакимиәттәре башлыҡтарына халыҡ менән даими осрашып, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ менән бәйле ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү бурысын ҡуйҙы.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һорауҙарына арналған форум 2019 йылдан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса уҙғарыла. Төбәк етәксеһе «Управдом» форумында ҡала-район хакимиәттәре башлыҡтарына шәхсән үҙҙәренә ҡатнашып, халыҡты борсоған һорауҙарҙы ентекләп тикшереү маҡсатын ҡуйҙы. Халыҡ һәм власть торлаҡ мәсьәләләрен уртаҡ көс менән хәл иткәндә генә был тәңгәлдә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә була.

Флорида Миһранова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ