Проект «Инвестиция сәғәте» форматындағы кәңәшмәлә ҡаралды һәм Радий Хәбиров яғцынан хуплау тапты. Инвесторҙар быға тиклем дә техника хеҙмәтләндереүсе комплекстар, логистика үҙәктәре төҙөү менән шөғөлләнгән. Был юлы улар автомобиль хеҙмәтләндереү буйынса күп функциялы комплекс төҙөргә теләк белдерә. Зубово ауылы ла юҡҡа һайланмаған. Өфөнө республиканың ҙур ҡалалары, күрше төбәктәр менән бәйләгән юлодар киҫелеше лә яҡын. Унда автоһәүәҫкәрҙәргә техник хеҙмәтләндереүҙән тыш туҡланыу мөмкинлеге лә ҡаралған.
Комплексты төҙөү өсөн муниципаль иҫәптә торған ерҙәр талап ителә. Радий Хәбиров тиҙ арала ер мәсьәләһен хәл итеп төҙөлөштө башларға ҡушты. Яҡтылыҡ ҡорамалдары етештереү менән шөғөлләнгән предприятиены ла ер мәсьәләһе борсой. Шаҡшала урынлашҡан производство бәләкәй һәм хәҙерге талаптарға яуап бирмәй. Яңы цехтар барлыҡҡа килеүе сығарылған ҡорамалдар төрөн, һанын да күпкә артыр ине, ти инвесторҙар.
Яңы производство Иглин районының Алаторка ауылы янында барлыҡҡа килер тип көтөлә. Был инвестиция проектын да республика етәкселеге хупланы һәм төрлө яҡлап та ярҙам күрһәтәсәген белдерҙе.



