Һомай, Толпар, Алтынай-Өфөлә Уралсиб банкы ҡыйығында оялаған сапсандарҙың ҡошсоҡтарына бирелгән ҡушаматтар. Бөгөн орнитологтар ҡоштарҙы тамғаланы, параметрҙарын үлсәне. Банк ҡыйығында сапсандар ғаиләһе күптән йәшәй. Уларға билдә ни өсөн һалына? Яуап киләһе яҙмала.
Сапсан ҡошсоғона өс аҙна тирәһе. Уның нисә грамм тартҡаны үлсәнә. Ҡанаты, томшоғо һәм башҡа параметрҙары бөтәһе лә теркәлә, мамығы генетик анализ яһау өсөн алына. Уның буйынса Мәскәүҙә ҡоштоң енесе билдәләнәсәк. Тәпәйҙәренә номерлы балдаҡ кейҙергәндән һуң, тышҡы билдәләре һәм үҙ-үҙен тотоуы буйынса ҡошҡа Һомай тигән ҡушамат бирелде.
Сапсан-ыласындар ғаиләһенә ҡараған йыртҡыс ҡош. Ул ерҙәге иң тиҙ осоусы ҡош, тиҙлеген сәғәтенә 322 саҡырымға еткерә ала. Икенсе ҡошсоҡтоң кәүҙәһе бәләкәйерәк, орнитологтар билдәләүенсә, тимәк ул ата. Тамға һалғандан һуң, уға Толпар ҡушаматы бирелде.
Ҡошсоҡтар тамғаланғандан һуң, кире ояһына ебәрелә. Белгестәр билдәләүенсә, баш ҡалала 14 сапсан ғаиләһе йәшәй. Ғәҙәттә ҡаяларҙа оялаусы йыртҡыс ҡоштар бейек биналарҙы үҙ итә икән. Ҡалала уларға ем дә бар-күгәрсен һымаҡ ҡоштарға һунар итеүсәндәр.
Ҡоштар донъяһы Эльза Ғәббәсова һымаҡ үҙ эшен яратҡан орнитологтар тарафынан өйрәнелә. Республика балалар экологик- биологик үҙәге педагогы был йәһәттән белемен йәш быуынға тапшыра, китап та яҙған. Үҙәктә экзотик ҡоштар, йәнлектәр аҫырала. Мәҫәлән, бында сибрайт тоҡомло тауыҡтар, тутыйғоштарҙың бер нисә төрө һәм йыландар, ташбаҡалар- ыҡсым ғына бүлмәгә күп төрлө экзотик ҡоштар, йәнлектәр һыйған. Сапсандарҙан айырмалы, улар бер ҡайҙа ла осоп китмәй. Уларҙы ҡарауҙы ла Эльза Зинфир ҡыҙы үҙ өҫтөнә алған.
Рәмилә Исмәғилева



