Был турала Рәсәй Төҙөлөшөн һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Алексей Ересько белдерҙе. Ул эш сәфәре менән Өфөлә булды - Башҡортостан федераль проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа яҡшы күрһәткестәргә ирешкән. Республика етәкселеге аныҡ һәм эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Артабанғы үҫеш өсөн яҡшы мөмкинлектәр бар, тине Алексей Ересько.




