Бөгөн илебеҙҙә Рәсәй көнө билдәләнә. 1990 йылдың 12 июнендә РСФСР халыҡ депутаттары съезы Рәсәй суверенитеты тураһында декларация ҡабул итә. Дәүләт байрамы уңайынан Президент Владимир Путин Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров исеменә ҡотлау хаты ебәрҙе. Унда былай тиелә:
Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Һеҙҙе Рәсәй көнө менән ҡотлайым! Тыуған илгә һөйөү, уның тарихы һәм бөйөк мәҙәниәте өсөн ғорурлыҡ, патриотик бурысыбыҙға тоғролоҡ күп милләтле халҡыбыҙҙы берләштерә. Ата-бабаларыбыҙҙың хеҙмәт ҡаҙаныштары, хәрби батырлыҡтары, уларҙың Ватаныбыҙ даны өсөн фиҙаҡәрлеге һәм даны һәр ваҡыт рухландырғыс үрнәк булыр тип ышанам. Һеҙгә уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек һәм барыһы ла яҡшы булыуын теләйем. тиелә Рәсәй президенты ҡотлауында.
Башҡортостан башлығы исеменә ҡотлау хаты шулай уҡ Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтан килгән.



