Өфө бөгөн тыуған көнөн билдәләй. Ҡалаға нигеҙ һалыуҙың рәсми датаһы тип 1574 йыл иҫәпләнә, ул саҡта Батша Иван Грозный указы буйынса Ағиҙел йылғаһы ярында Өфө кремленә нигеҙ һалына. Өфө ҡала статусын 1586 йылда ала, әммә егерменсе быуатта тарихсылар иҫәпләүҙе ҡәлғә төҙөлөшөнән алып барыу дөрөҫөрәк тигән һығымтаға килә.452 йәшен баш ҡалабыҙ ҙур сәнәғәт, иҡтисади һәм мәҙәни мегаполис булараҡ ҡаршы ала. Миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҡала йылдан- йыл матурая.
Өфөнөң тыуған көнөндә йылдағыса «Аҡбуҙат» ипподромында ярыштар уҙҙы. Бәйге Башҡортостан төбәктәре һәм Татарстан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән ҡатнашыусыларҙы бер майҙанға йыйҙы. Байрамға килеүселәр быйылғы тәүге ҡымыҙҙы тәмләп ҡарай алды.
Ипподромға килеүселәр «Ауҙарыш», «Тәңкә алыу» милли уйындарын ҡараны.
Ауҙарышта ҡатнашыусылар араһында челлендж үткәрелә. Уның буйынса көрәшселәргә ат һайлана. Өс иҫкәртмә алһа, көрәшсе уйындан төшөп ҡала. Мәҫәлән, аттың муйынына йәбешергә ярамай.
Өфө-ғашиҡтар ҡалаһы, меңдәрсә ғаиләләрҙе ҡауыштырған урын. Әлфиә менән Марат Рамаҙановтар ҙа илле йыл элек Өфөлә таныша. Йәштәр бер күреүҙән үк ғашиҡ булып өйләнешә. Бәхетле пар бөгөн баш ҡаланың тыуған көнөндә алтын туйҙарын билдәләй. Шау-шыу, тантана менән түгел, ә үҙҙәре яратҡанса, йәш саҡтағылай, Өфөнөң иҫтәлекле урындары буйлап, етәкләшеп йөрөп.
Тыуған көнөндә Өфө ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы боҙ һарайы эргәһендәге майҙанда ҙур табынға йыйҙы. Бында гастрономия фестивале уҙҙы. Ҡала ресторан- кафелары иң тәмле аш-һыуын тәҡдим итте. Үҙәктә төрлө ризыҡ еҫтәре,ә Йәшел сауҡалыҡта иһә пион еҫтәре аңҡый. Баш ҡалаға Ботаника баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре бүләк әҙерләгән. Селекционерҙар «Өфө Уттары», «Өфөлө», «Өфө вальсы» һәм «Өфө таңы» сорттарын сығарған. Уларҙы теләгән һәр кем барып күрә ала.
Рәмилә Исмәғилева



