Пациент булып киләләр-белгес булып ҡалалар. Стәрлетамаҡта махсус хәрби операция яугирҙары үҙҙәре аяҡҡа баҫып ҡына ҡалмай, хеҙмәттәштәренә лә ярҙам итергә өйрәнә ала. 2023 йылдан алып төбәктә «ZOV» реабилитация үҙәге эшләп килә. Ул ватан һаҡсылары һәм уларҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек күрә. Ошо ваҡыт эсендә 600-ҙән ашыу кеше ярҙам алған.
8 ай алғы һыҙыҡта булып ҡайтҡандан һуң Владимир Деркач реабилитация үтеү өсөн «ZOV» үҙәгенә килә.
Тейешле ярҙам алған пациент хәҙер үҙе лә башҡаларҙы аяҡҡа баҫтыра. Ул аппарат методикаһын һәм массажды үҙләштергән. Физкультура университетын тамамлаған белгескә ҡатмарлы техникалар еңел бирелә. Шуға ла хәҙер уның ҡоралы-ҡулдары һәм медицина ҡорамалдары. Әйткәндәй, урындағы яугирҙарҙы һәм уларҙың туғандарын үҙәк менән таныштырырға кәрәкмәй. Сөнки сарафан радиоһы һәр рекламанан да яҡшыраҡ эшләй. Махсус хәрби операция ветерандары ауыр яраланған хеҙмәттәштәренә ярҙам итеү өсөн үҙҙәре килә. Уҡыуҙы ошонда уҡ бушлай үтергә мөмкин.



