Ул Волгаградтағы һәйкәлдән 14 тапҡырға бәләкәйерәк. 6 метрлыҡ һынды Рәсәй көнө алдынан тантаналы асыу сараһы үтте. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажында.
Һыбайлылар колоннаһы һәм автоуҙышта ҡатнашыусылар Асҡар ауылының үҙәк урамы буйлап үтә. Уларҙың маршруты яңы һәйкәлгә илтә. Көн ямғырлы булыуға ҡарамаҫатн «Ватан-әсә саҡыра!» скульптураһын асыу тантанаһына халыҡ күпләп йыйылды. Һәйкәл Мамай ҡурғанындағы илһөйәрлек, батырлыҡ символы булған билдәле монументаль әҫәрҙең күсермәһе.
Һәкәлдең авторы-рәссам-скульптор Сергей Елкин. Ижадсы «Ватан-әсә саҡыра!» скульптураһын Магнитогорскийҙағы оҫтаханаһында ике ай тирәһе эшләй. Һәйкәлдең бейеклеге ҡылыс менән бергә-6 метр булһа, ауырлығы 3 тонна. Ул төп нөсхәнән 14 тапҡырға бәләкәйерәк. Әммә скульптор алдында билдәле һындың тулы күсермәһен эшләү бурысы тормай.
«Ватан-әсә саҡыра!» һәйкәле Асҡар ауылы үҙәгендәге ҡалҡыулыҡҡа ҡуйыла. Был урын осраҡлы ғына һайланмаған. Эргәлә генә райондың хәрби комиссариаты урынлашҡан-уның алдындағы майҙандан егеттәр әрме сафына, яугирҙар алғы һыҙыҡҡа оҙатыла. Скульптура ҡуйылған ҡалҡыулыҡтың итәгендә «Мәңгелек ут» яна. Быға тиклем был урында зенит тубы, унан һуң Нияз Сибәғәтуллин ижад иткән «Өс быуын яугирҙары» монументы тора. Әле улар «Дан аллеяһына» күсерелгән.
Был һәйкәл-бетон менән тимер генә түгел, ә йөрәктәрҙә һаҡланған хәтер, тыуған ил, тыныслыҡ өсөн көрәшеүселәргә рәхмәт билдәһе. Тантаналы сарала билдәләнеүенсә, Ватан хәүеф аҫтында булғанда Әбйәлил районы бер ҡасан да ситтә ҡалмай. Ата-бабалар фашизмға һәм нацизмға ҡаршы һөжүмгә күтәрелһә, әле уларҙың ейәндәре һәм бүләләре махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурыстарҙы намыҫ менән үтәй. «Ватан-әсә саҡыра!» һәйкәлен асыу тантанаһында батыр ул үҫтергән әсәләргә рәхмәт әйтелде, миҙалдар тапшырылды.
Ватан-әсә-барыһын да берләштереүсе образ. Уның милләте лә, йәше лә, сәйәси ҡараштары ла юҡ. Ул беҙҙең уртаҡ әсәбеҙ-тыуған илебеҙ. Һәм ул беҙҙе берҙәм булырға саҡыра.
Әлфинә Килдейәрова



