Республикала юлдарҙа күреү мөмкинлеге насарая. Иртәгә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе көтөлә. Елдең тиҙлеге секундына 14 метрға тиклем көсәйер тип күҙаллана. Юлдарҙың айырым участкаларында ямғыр ваҡытында күреү мөмкинлеге 2-4 километрға, төндә һәм иртән томан эсендә 500 метрға тиклем кәмейәсәк.



