Иглин районында Рәсәй көнө уңайынан илһөйәрлек флешмобы үтте

Мәктәп уҡыусылары, студенттар, ирекмәндәр һәм төрлө ойошма вәкилдәре дәүләт байрағы төҫтәрендәге ҙур туҡыманы һынландырҙы. Уның оҙонлоғо 30 метр, ә ауырлығы 200 килограмм. Акция илдең берҙәмлеге һәм Ватан өсөн ғорурлыҡ символына әүерелде. Флешмоб концерт номерҙары менән оҙатылып барҙы.

Шулай уҡ Иглин ауылында һабантуй ҙа уҙҙы. Байрам район мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда үтте. Сара ҡунаҡтары өсөн мәҙәни һәм күңел асыу программаһы тәҡдим ителде, милли һәм спорт уйындары, төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Һабантуйҙа ауыл хужалығы алдынғылары, медицина хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, күп балалы ғаиләләр, махсус хәрби операция яугирҙары дәүләт наградалары, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ