Туймазы районынан Айнур Һыртаев Өфөлә абсолют чемпион исемен яуланы

Рәсәй һәм Өфө көнөндә Ленин исемендәге майҙанда баш ҡала хакимиәте кубогына миллә көрәш буйынса асыҡ турнир үтте. Келәмдә 100-ҙән ашыу спортсы бил һынашты. Улар араһында төрлө кимәлдәге ярыш еңеүселәре һәм призерҙар булды. Турнирҙа ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов та ҡатнашты. Ул байрам менән ҡотлап, спортсыларға уңыш теләне. Ярыш йомғаҡтары буйынса Айнур Һыртаев бер кемгә лә бил бирмәне. Уға төп бүләк-квадроцикл тапшырылды. Бөтә ауырлыҡ категорияларында еңеүселәр һәм призерҙар кубоктар, миҙалдар һәм ҡиммәтле приздар менән бүләкләнде.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ