Ҡырмыҫҡалы районы Константиновка ауылында мәсет асылды

Башҡортостанда бөгөн йәнә бер ауыл аҙан тауышына күмелде. Ҡырмыҫҡалы районы Константиновка ауылында мәсет асылды. Тантаналы сарала район халҡы, саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Тирә-яҡты иман нурына күмеп изге Ҡоръәндән аят-сүрәләр уҡылды. Тәү башлап һүҙ үҫеп килгән быуынға бирелһә, артабан сығышты баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин доға менән нығытты. Константиновка ауылы тарихында был тәүге мәсет һәм уны асыу сараһы тотош район халҡын, Өфө ҡунаҡтарын йыйҙы.

Иман йорто ошо ауылда тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта төрлө тарафтарҙа йәшәүсе Исламовтар ғаиләһе башланғысы менән төҙөлә. Айырыуса, ағалы-ҡусытылы Альберт менән Альфред Мөхәммәт улдары күп көс һала. Бөгөн уларҙың тырышлығы Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты тарафынан билдәләнеп, наградалар тапшырылды.

Барлыҡ уңайлыҡтары булған иман йортоноң беренсе ҡаты ир-егеттәр, ә икенсеһе-ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән. Эргәлә тәһәрәтхана, ял урыны бар. Мәсет 11 ай эсендә сафҡа индерелә. Тантаналы өлөштән һуң халыҡ тәүге йәмәғәт намаҙына баҫты. Унан һуң, диндарҙар илгә тыныслыҡ теләп доға ҡылды.

Яңы мәсет Константинова ауылы уртаһында быуа янында урынлашҡан. Иман йортон төҙөү урындағы халыҡты берләштерә, яңы үрҙәргә әйҙәй. Ошо көндәрҙә күперҙең икенсе яғында сиркәү күтәреү өсөн нигеҙ ташы һалынған.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ