Салауат районында «Салауат йыйыны» фольклор байрамы үтте

«Салауат йыйыны». Милли батырыбыҙҙың тыуыуына 272 йыл тулыуға арналған фольклор байрамы Салауат районы һабантуйы сиктәрендә үтте. Майҙанда театрлаштырылған тамаша ҡуйылды, тирмәләр бәйгеһе, ат сабышы ойошторолдо. Шулай уҡ тиҫтәләп көрәшсе келәмгә сығып таһыллыҡта көс һынашты. Салауат рухын һаҡлаусылар һәм йәш быуынға еткереүселәр менән БЮТ ижади төркөмө осрашты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

«Сәсән алдырмаҫ, әйтмәй ҡалдырмаҫ», тигәндәй «Салауат йыйыны» фольклор байрамы төбәк данын күтәргән «Әйлеләр» сәсәндәр мәктәбенән тыш үтмәне. Халыҡ исемен дә улар осраҡлы йөрөтмәй. Йор һүҙ, кинәйәлек кеүек сифаттар менән байытылған һәр сығыш ҙур майҙан тотор көскә эйә.

Тап «Әйлеләр» сәсәндәр мәктәбе ағзаһы Нурислам Низаметдиновтың «Салауат йыйыны»на яҙған ике йыры яңғыраны. Композицияның береһе «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосындағы Һомай образына арналған. Театрлаштырылған тамашаға ла ул осраҡлы индерелмәгән. Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге, Башҡортостанда ҙур һәм татыу ғаилә йылында матурлыҡ һәм бәхет өләшеүсе мифологик зат булараҡ махсус һайланған. Шуға ла төп иғтибар төбәктең өлгөлө башҡорт ғаиләләренә йүнәлтелде.

Байрамды, шулай уҡ «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыусы ауылдар парады ла йәмләне. Республиканың 7 районынан 5 делегация ғорур баҫып, майҙан буйлап үтте.

Фольклор байрамында халыҡ геройы образы менән бергә, быуындар күсәгилешлеге лә сағылыш тапты. Кемдер бил бирмәҫ батырҙар ярышын ҡарап кинәнһә, бәғзеләр ярһып сапҡан ат сабышына тамаша ҡылды.

Йәмле Йөрүҙән буйында ойошторолған байрам быйылға тамам. Салауат рухын тыуған төйәгенә алып ҡайтҡан йыйын киләһе йыл йәнә үткәрелер. Йәш быуында милли ғорурлыҡ тойғоһон уятыу, тарихҡа, тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәләү уның төп бурысы.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ