Юлдар мәсьәләһе йәнә беренсе урынға сыға. Һуңғы арала уларҙың төҙөкһөҙлөгөнә зарланыусылар күпкә кәмегәйне. Республика халҡының иғтибары башҡа мәсьәләләргә йүнәлтелде. Әммә таушалған асфальт проблемаһы тулыһынса хәл ителмәгән, юҡҡа сыҡмаған булып сыҡты. Был аҙанала республика менән идара итеү үҙәгенә килгән мөрәжәғәттәрҙең күпселеге йәнә юлдарға ҡағылышлы ине. Радий Хәбиров эште әүҙемләштерергә ҡушты. Сөнки асфальт-бетон ҡатламын яңыртыу, соҡорҙарҙы ямауға етерлек күләмдә аҡса бүленә һәм эштә лә тотҡарлыҡтар булырға тейеш түгел. Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә күтәрелгән башҡа мәсьәләләр һәм уларҙың хәл ителеше тураһында Айнур Кәбиров репортажы.
Санаңды йәй әҙерлә. Тапалған һүҙҙәр, әммә һаман да көнүҙәк. Радий Хәбировты коммуналь техника паркының иҫкереүе борсой. Байтаҡ техника һүтелгән килеш тора, ә кире йыйырға запас өлөштәр етмәй.
Республика башлығы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы һөҙөмтәләренән сығып лизингҡа техника яңыртыу мөмкинлектәрен барларға ҡушты. Техника яңыртыу өсөн шарттар ярайһы уҡ ҡулай, кире осраҡта ҡышты сыға алмаясаҡбыҙ. Ә юлдарҙы төҙөкләндереүгә аҡса етәрлек. Тик бына эште генә тотҡарлайҙар. Был аҙнала таушалған асфальтҡа зарланып мөрәжәғәт итеүселәр һаны йәнә беренсе урынға сыҡты.
Кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап иткән тағы бер мәсәьәлә-БПЛА һөжүмен иҫкәртеү саралары. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, көсөргәнешле мәлдәрҙә ғәҙәтләнгән системалар мәғлүмәт ағымын күтәрә алмай. Шуға күрә һәр кешенең кеҫәһендә шәхсән иҫкәртеү сараһы булыуы мөһим.
Был йәһәттән киң мәғлүмәт саралары ла төбәктең ҡалғаны. Былтырғы һөҙөмтәләр буйынса Башҡортостан мәғлүмәт һөжүменә дусар ителеүселәр араһында «ҡыҙыл зонала» сит илдәрҙән 2 меңдән ашыу һөжүм яһалған.
Тап шуға ла республика матбуғат саралары, гәзит- журналдарҙы һаҡлап ҡалыусы берҙән-бер төбәк. Киң мәғлүмәт саралары фейктан дөрөҫлөктө айырыу буйынса төп ҡорал булып тора.
А.Кәбиров



