Башҡортостан хирургтары ашҡаҙан аҫты биҙенә уникаль операция яһаны

Бөгөн Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында ашҡаҙан аҫты биҙенә ҡатмарлы операция яһалды. Ундай юғары технологиялы операция элек йылына бер-нисә пациентҡа эшләнһә, хәҙер белгестәр айына ете-һигеҙ кешенең ғүмерен оҙонайта. Заманса медицина техникаһы һәм тәжрибәле хирург ҡулдары менән пациент яңынан «тыуа».

Операция өҫтәлендәге 54 йәшлек ҡатын ике аҙна элек клиникаға ауыр хәлдә килтерелгән. Ундай саҡта ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡалған тиҙәр. Пациентта һары ауырыуы башланған. Уның ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн дауахананың тәжрибәле хирургтар командаһы көрәшә. Улар алдында ҡатмарлы операцияны атҡарып сығыу бурысы тора. Медицина ярҙамы бер юлы 4-5 операцияны берләштерә.

Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында бындай төр операциялар йылына яҡынса илле кешегә яһала. Юғары технологиялы әмәлиәттәрҙе тәжрибәле хирургтар башҡара, улар һәр хәрәкәтен аңлатып эшләй.

Ашҡаҙан аҫты биҙенең бер өлөшөн һәм башҡа органдарҙы ла ҡырҡып ташлау, артабан реконструкциялау өсөн биш сәғәт тирәһе ваҡыт китәсәк. Пациент бынан һуң яҡынса бер ай дауамында йүнәләсәк.

Илдар Сәлимгәрәев, Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының 1-се хирургия бүлеге мөдире

Хирургияла операция бүлмәләре буш тормай. Бында һәр көн иртәнге сәғәт һигеҙҙән эш ҡайнай. Лапроскопия ысулы менән күрше бүлмәлә бүҫерҙе алып ташлау буйынса әмәлиәт бара. Трансплантология йүнәлешендә лә уңышлы операциялар үткәрелә. Мәҫәлән, быйылға уның өсөн ете квота бүленгән, дүрт кешегә донор бауыры күсереп ултыртылған.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ