Благовар районында бесән сабыу һәм баҫыу эштәре дауам итә

Республика баҫыуҙарында эш ҡайнай. Ауыл хужалығы эшсәндәре һауа шарттары рөхсәт иткән осраҡта бесән сабып, көнбағыштарҙы сүптән утарға ниәтләй. Төбәктә 2 миллион гектарҙан ашыу майҙанда бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы, арпа, һоло, борсаҡ, көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө һәм башҡа культуралар сәсеү көтөлә. Благовар районы баҫыуҙарында беҙҙең ижади төркөм булды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

20 йыл баҫыуҙа эшләгән механизатор Руслан Хәсәнов йәй һайын комбайн артында. Бесән сабып мал-тыуарға аҙыҡ әҙерләгән эшсенең кәйефе һауа торошо, ямғыр, ҡоролоҡ кеүек төшөнсәләр менән туранан-тура бәйле. Сәселгән уңыш өсөн ямғыр шәп ярҙам һаналһа, сабылған бесән өсөн ул тик ҡамасаулай ти тәжрибәле аграрий.

Благовар районы баҫыуҙарында сәсеү өсөн 88 мең гектар ҡаралған. Ҡышты яҡшы үткәргән ужым бойҙайының ҡуйы үҫентеләренән аграрийҙар августа сифатлы уңыш көтә. Барлығы хужалыҡ эшсәндәре 35 мең гектар майҙанда бойҙай, 5200 гектар борсаҡ, 350 гектарҙа һоло үҫтерергә иҫәп тота. Урындағы аграрийҙары сифатлы орлоҡтарҙы һатып алыу, ҡулдан килгәнсе матди-техник базаны нығытыу мәсьәләләрен ҡыш аҙағында уҡ хәстәрләгән.

Башҡортостанда ашлама һатып алыуға киткән сығымдарҙың төп өлөшөн төбәк бюджеты ҡаплай. Былтыр ауыл хужалығы тармағы хеҙмәткәрҙәре көҙ 3,8 миллион тонна уңыш йыйып алып ҡыуанды. Аграрийҙар һәр ваҡыттағыса яҡшы һауа торошона һәм көҙ мул уңыш йыйып алырға тигән ышаныс тота.

Флорида Миһранова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ