Ҡырмыҫҡалы ирекмәндәре ярты йылда фронтҡа 40 гуманитар ылау оҙатҡан

Ярты йыл эсендә 40 гуманитар ылау. Ҡырмыҫҡалы районы ирекмәндәре йыл башынан алып яугирҙар өсөн тиҫтәләгән маскировка селтәре, окоп шәмдәре, кейем-һалым, техника оҙатҡан.

Миңлеғәле Шайморатов исемендәге «Ҡырмыҫҡалылар-үҙебеҙҙекеләргә» ирекмәндәр штабы 2024 йылдың ғинуарында ойошторола. Тәүҙә ҡул аҫтындағы материалдарҙан маскировка селтәрҙәре үрәләр, блиндж шәмдәре ҡоялар. Урындағы хакимиәт ярҙамында штаб өсөн айырым урын бүленә. Ике ҡатлы бинала һәр көн эш гөрләй. Ирекмәндәр былтыр йәмғеһе 90 гуманитар ылау оҙатҡан. Уларҙы почта, отпускаға ҡайтҡан яугирҙар аша ебәрәләр, үҙаллы ла алғы һыҙыҡҡа кәрәк-яраҡ әйберҙәр ташыйҙар. Ирекмәндәр был эште еңеү килгәнсе дауам итергә ниәтләй.

Ирекмәндәргә Ҡырмыҫҡалы районының тағы 10 ауылында йәшәүселәр ярҙам итә. Улар аҙыҡ-түлек тупланмалары өсөн йәшелсә киптерә, тоҙланған ризыҡтар, емеш-еләктән ҡайнатма әҙерләй, дронға ҡаршы селтәрҙәр үрә, йылы ойоҡбаштар бәйләй. Айырыуса урындағы умартасылыҡ хужалыҡтары ярҙам итә-һалдаттар өсөн бал һәм прополис алып килә. Йәмғеһе, Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендәге ирекмәндәр штабына 70-тән ашыу кеше йөрөй. Уларҙың иң ололары 80-де үткән. Һуғыш балалары ла фронт өсөн ярҙам итергә ашыға.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ