Башҡортостанда «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллыҡ юбилейы билдәләнде

Башҡортостанда «Ғәлиә» мәҙрәсәһе асылыуға 120 йыл. Ошо уңайҙан бөгөн Өфөләге Рәсәй Ислам университетында түңәрәк өҫтәл уҙҙы. Мәҙрәсәне Ҡаһирәнең Әл-Әзһәр университетын тамамлап ҡайтҡан Зыя Камали ойошторған.

Белем алыу алты йыл дауам иткән. Программала дини дәрестәрҙән тыш, 30 процент донъяуи фәндәр буйынса предметтар ҡаралған. Ғәрәп, рус, төрки, француз телдәрен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелгән, психология, педагогика фәндәре уҡытылған. Рәсәйҙең бөтә мосолмандары араһында ла был уҡыу йортоноң абруйы ҙур булған. Рәсәй, Төркиә, Мысыр, Урта Азиялағы танылған уҡыу йорттарында юғары белем алған зыялылар мөғәллимлек иткән. Ғәлиә мәҙрәсәһе 1919 йылда ябылған, уны 1400 шәкерт тамамлаған. Улар Рәсәйҙән тыш сит илдәрҙә лә үҙҙәренә эш урыны табырлыҡ уҡымышлы кешеләр булып сыҡҡан. «Ғәлиә»лә танылған башҡорт шағирҙары Шәйехзада Бабич, Мәжит Ғафури, Сәйфи Ҡудаш, драматург, шағир Хәбибулла Ғәбитов, дипломат Кәрим Хәкимов кеүек билдәле шәхестәр уҡыған.

Рәсәй Ислам университетында уҡырға теләүселәр һаны йылдан-йыл күбәйә тип билдәләнде осрашыуҙа. Төплө дини белемле имамдарға республикала ихтыяж ҙур. Киләсәктә күрше төбәктәр менән эште көсәйтеү күҙаллана. Бында сит илдә юғары дини белем алып ҡайтҡандар ҙа квалификация күтәреү курстары үтә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ