Федоровка районында һабантуйҙа яңы милли сәхнә костюмдары тәҡдим ителде

Федоровка районы хеҙмәтсәндәре яҙғы ҡыр эштәрен теүәлләне. Ошо уңайҙан төбәктә йәшәүселәр һабантуй майҙаына йыйылды. Сара барышында төрлө милләт вәкилдәренең яңы сәхнә костюмдары күрһәтелде.

Быйыл муниципалитет йәнә «Кесе ватан мәҙәниәте» федераль проектына еңеу яулаған. Бының өсөн мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға 5 миллион һум күләмендә финанс ярҙам бүленгән. Был аҡсаға 200-гә яҡын сағыу сәхнә костюмы һәм 100 пар аяҡ кейеме һатып алынған. Быға тиклем дә үҙәк район мәҙәниәт йортона реконструкция үткәрелгән.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ