Өфөгә август һәм сентябрҙә илдең ете төбәгенән иң көслө спортсылар килә. Көрәш, фехтование, ишкәкле слалом, велоуҙыш, йөҙөү һәм триатлон буйынса ярыштарҙа 1 мең ярым самаһы кеше ҡатнашыуы көтөлә. Спартакиада һөҙөмтәләре буйынса 2028 йылда Лос-Анджелеста уҙған Йәйге Олимпия уйындарына Рәсәй йыйылма командаһы туплана.




