Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров журналистарҙы Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлап, дәүләт наградалары тапшырҙы. Төбәк етәксеһе республика ваҡиғалары үҙәгендә ҡайнап йәшәгән, шулай уҡ алғы һыҙыҡтағы яңылыҡтарҙы яҡтыртҡан һөнәр оҫталарына оло рәхмәтен еткерҙе. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.
Өс тиҫтә йыл БСТ каналында режиссер булып эшләгән Зәлифә Биҡташеваның экранында бөгөн үҙе менән бәйле видеомонтаж. Эш дәүерендә ул төрлө өлкәләге һөнәр эйәләренә награда тапшырыу, көнүҙәк яңылыҡтарға бағышланған репортаждарҙы монтажлап эфирға тапшыра. Медиайыйын форумында Зәлифә Линур ҡыҙына Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре исеме тапшырылды. Дәүләт наградаһын бер төркөм хеҙмәт алдынығыларына төбәк етәксеһе Радий Хәбиров тапшырҙы.
Ил өсөн һынылышлы осорҙа киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ. Журналистарҙың фиҙаҡәр хеҙмәте, яуаплылығы, патриотик ҡарашы йәмғиәттең тотороҡло үҫешен тәьмин итә, ҡатмарлы ваҡытта ла ил берҙәмлеген һаҡлай. Журналистар өсөн тотороҡло эш графигы юҡ тип әйтергә мөмкин. Эш көнө йәшәү рәүешенә әйләнгән хеҙмәткәрҙәр һәр саҡ ваҡиғалар үҙәгендә ҡайнай.
Башҡортостанда бишенсе тапҡыр ойошторолған «Медиайыйын» «Барыһы ла еңеү өсөн» девизы аҫтында үтте. Республика башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция биләмәһендә эшләгән журналистарҙы телгә алып, уларҙың хеҙмәтен юғары баһаланы. Рәсәйҙә хәрби хәбәрселәр статусы тәү башлап беҙҙең республикала индерелде. Ҡәләм тирбәтеүселәр, телевидение журналистары хәрби яңылыҡтарҙы яҡтыртыуҙан тыш үҙҙәре лә ҡорал алып алғы һыҙыҡҡа юлланған осраҡтар байтаҡ. Хәбәрселәр Айнур Кәбиров, Аҙат Саҙрыев, Илдар Байбулатов даими алғы һыҙыҡта командировкаларҙа булып хәрби яңылыҡтарҙы еткерә.
Медиайыйында көнүҙәк һорауҙар буйынса эшлекле секциялар ойошторолдо. Уларҙа журналистар тармаҡ үҫеше менән бәйле мәсьәләләр буйынса фекер алышты. Медиа өлкәғә йәш кадрҙар йәлеп итеү, фейк һәм ялған мәғлүмәткә ҡаршы көрәш, традицион ҡиммәттәрҙе һәм милли телдәрҙе һаҡлау, көнүҙәк мәғлүмәтте объектив еткереү кеүек һорауҙар иғтибар үҙәгендә булды. Көн тәртибендә Башҡортостан башлығы Радий хәбиров төбәк журналистика тарихы үҫешенә бағышланған күргәҙмә менән танышты.
Республика етәкселеге иғтибары менән төбәктә киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре үҫеше өсөн күп яҡлы эш алып барыла. Һөнәр оҫталары өсөн «Дөрөҫлөк. Ҡаһарманлыҡ. Яуаплылыҡ» премияһы булдырылды. Уға ярашлы журналистарға йыл һайын 300-шәр мең һумлыҡ 20 премия тапшырыла. Медиайыйын майҙансыҡтарында журналистарға федераль һәм республика наградалары, рәхмәт хаттары, почет грамоталары тапшырылды.
Флорида Миһранова



