Башҡортостандан дүрт кеше ТехноГТО тапшырып, алтын билдәгә лайыҡ булды. Шулай уҡ был нормативтарҙы тапшырыу өсөн майҙансыҡтар һаны ла артты. ТехноГТО «Милли технологик инициативалар хәрәкәте» һәм «Рәсәй-мөмкинлектәр иле» Президент платформаһы менән берлектә тормошҡа ашырыла. Технологик грамоталылыҡ нормативтарын уңышлы тапшырыусылар менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.
Илнур Мифтахов уйлап сығарған БПЛА мул уңыш йыйырға ярҙам итә. Коптер яһалма зиһен менән йыһазландырылған. Ул үҙ сиратында ауыл хужалығы культураларының ауырыуҙарын иртә стадияла асыҡларға мөмкинлек бирә. БПЛА ун метр бейеклеккә күтәрелеп баҫыуға ниндәй культура сәселгәнен асыҡлай, 77 процент теүәллек менән зарарланған участкаларҙы билдәләй. Заманса техника Бүздәк һәм Өфө райондары баҫыуҙарында ҡулланыла. Ошо һәм башҡа асыштарҙың авторы Илнур Мифтахов Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып ТехноГТО тапшырған.
Технологик грамоталылыҡ нормативтарын Илнур Мифтахов үҙе эшләгән Башҡорт дәүләт аграр унивеситетында тапшыра. Юғары уҡыу йорто был һынауҙарҙы үткәреү өсөн аккредитация үткән. ТехноГТО-ла үҙ көсөн Ишембайҙан Юлиә Әбдурәшитова ла һынап ҡарай. Яҡташыбыҙ «Фактчекинг» һәм «Һанлы навигация» йүнәлештәре нормативтарын уңышлы үткән.
ТехноГТО-технологик грамоталылыҡты һәм көндәлек тормошта заман технологияларын яуаплы ҡулланырға әҙерлекте баһаларға ярҙам итә. Нормативтар комплексы 13 йүнәлеште үҙ эсенә ала. Һорауҙар реаль ысынбарлыҡҡа яҡынайтылған. Атап әйткәндә, хәүефһеҙ интернет һәм нейроселтәрҙәр көйләүҙән алып, навигация ҡушымталары һәм социаль селтәрҙәр уйлап сығарыуға тиклем.
Технологик ГТО проекты барыһы өсөн дә асыҡ, нормативтарҙы теләгән һәр кем тапшыра ала. Шуныһы мөһим: әгәр беренсе тапҡырҙан килеп сыҡмаһа, бирешергә кәрәкмәй. Һынауҙар һәр айҙың 1-се көнөнән яңынан асыла.
Әлфинә Килдейәрова



