Киләһе йылдан кеше папилломаһы вирусынан вакцинация профилактик прививкалар Милли календарына индерелеүе ихтимал. Рәсәйҙәге фармацевтика компанияһы яңы вакцинаға теркәү таныҡлығы алған. Яман шеш менән ауырыу ихтималлығын кәметкән иҫкәртеү сараһы тураһында киләһе яҙмала.
Күп төрлө хәүефле инфекцияларҙан һаҡланыуҙың иң һөҙөмтәле ысулы. Яңы тыуған сабыйҙарға тәүге көндән үк бала табыу йортонда прививкалар яһала башлай. Иҫкәртеү сараһы 18 йәш тулғансы дауам итә. Вакцинация графигы Рәсәйҙең профилактик прививкалар Милли календары менән раҫланған, иммунитетты нығытыуға йүнәлтелгән.
Табиптар шулай уҡ 9 йәше тулыу менән балаларға кеше папилломаһы вирусынан вакцинация үтергә кәңәш итә. Тире менән лайлалы тиресәне зарарлаусы вирустар төркөмө кондилома, һөйәлдәр барлыҡҡа килтереүе ихтимал, шулай уҡ яман шеш барлыҡҡа килеүгә лә сәбәпсе.
Кеше папилломаһы вирусы, тәү сиратта, енси юл менән йоғоуы ихтимал. Шулай уҡ әсә ҡарынында булған сабыйға күсеүе, йә сирле кешенең тиреһенә ҡағылғанда вирусты эләктерергә мөмкин. Шулай уҡ был инфекция ҡатын-ҡыҙҙың кесе янбаш ағзаларындағы яман шеш ауырыуҙарына килтерә. Бынан тыш, балаятҡы муйынтығы һәм башҡа төр онкологияға сәбәпсе. Инфекцияға ҡаршы вакцина әлегә прививкаларҙың Милли календарына индерелмәгән, шуға күрә Мотлаҡ медицина страховкаһы саралары иҫәбенән түләнмәй. Был процедура пациенттың теләге буйынса үҙ аҡсаһына башҡарыла. Шул уҡ ваҡытта тиҙҙән Рәсәйҙә етештерелгән яңы вакцина Милли календарға индерелеп, киң ҡулланылышҡа сығыуы ихтимал.
Гөлназ Хәйбуллина



