Көн һайын Өфө дауаханаларына йәрәхәт алған тиҫтәләрсә ҡыҙ һәм малай килтерелә. Балалар бейектән ҡолай, велосипед йөрөткәндә йығыла, ҙур юлда ҡазалана. Аттракциондарҙа ла бәхетһеҙ осраҡтар теркәлә. Бөгөн баш ҡаланың 17-се дауаханаһында 100-ҙән ашыу бала дауалана. “Ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү имгәнеүгә килтерә”, - тип белдерәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.




