Танылған төркөмдөң йырҙарын 25 июндә Өфөнөң Совет майҙанында тыңларға була. “AY YOLA”-ның ижады “Урал батыр” эпосына нигеҙләнә. “Беҙ үткәнебеҙ менән бөгөнгөбөҙ араһында күпер һалабыҙ”, - тип белдерә музыканттар. “AY YOLA” башҡарған йырҙар донъяла ҙур танылыу яуланы. Төркөмдөң клиптарын миллионлаған кеше ҡарай. Композициялар Рәсәй һәм сит ил радиостанцияларында даими яңғырай. “Урал батыр” альбомын һанлы платформаларҙа, стриминг сервис чартында 3 миллиардтан ашыу кеше тыңлаған. Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы 23 июндә башлана. 4 көн дауам итә.




