Өфөлә бишенсе тапҡыр «Медиайыйын» киң мәғлүмәт саралары форумы үтте. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров журналистарҙы Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлап, дәүләт наградалары тапшырҙы.
Улар араһында өс тиҫтә йыл БСТ каналында режиссер булып эшләгән Зәлифә Биҡташева ла бар. Коллегабыҙ дәүләт кимәлендәге мөһим ваҡиғаларҙы, көнүҙәк яңылыҡтарҙы, махсус репортаждарҙы монтажлап эфирҙы сифатлы картиналар менән тәьмин итә. Төрлө өлкәләге һөнәр эйәләренә награда тапшырыу тантаналарын йыш ғына тап уның ҡулы аша үтә. Тәжрибә, етеҙлек уның төп эш сифаты. Медиайыйын форумында Зәлифә Линур ҡыҙы Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем менән бүләкләнде.
Бишенсе тапҡыр ойошторолған «Медиайыйын» «Барыһы ла еңеү өсөн» девизы аҫтында үтте. Республика башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция биләмәһендә эшләгән журналистарҙың хеҙмәтен дә һәр ваҡыттағыса юғары баһаланы.



