Һүҙ «Яркий» биҫтәһенән Дим йылғаһы аша күпергә тиклем юлдың бер өлөшө хаҡында бара. Урындағы халыҡ бындағы соҡорҙарға бәйле ялыуҙар менән социаль селтәрҙәрҙә йыш мөрәжәғәт итә. Шуға ла проблеманы кисекмәҫтән хәл итергә ҡарар ителә. Хеҙмәткәрҙәр асфальттың өҫкө ҡатламын ҡырҡып, яңыһын һала. Юлдың икенсе яртыһын капиталь ремонтлау әлегә планлаштырылмаған, эш соҡорҙарҙы ремонтлау менән сикләнәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан башлығы Хөкүмәттең һуңғы аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә соҡорҙарҙы ямау мәсьәләһен күтәрҙе. Был проблема Республика менән идара итеү үҙәгенә килгән мөрәжәғәттәр һаны буйынса йәнә беренсе урынға сыҡҡан. Радий Хәбиров төбәктә эште тиҙләтергә ҡушты. Юл япмаһына бәйле ялыуҙар башлыса Өфө, Нефтекама, шулай уҡ Туймазы, Ишембай, Иглин, Благовещен һәм Белорет райондарынан килә.



