Өфөлә «Барыһы ла еңеү өсөн» тип исемләнгән Хәйриә концерты үтте. Унда тылдағы фиҙаҡәр хеҙмәте менән күптәргә өлгө булған ирекмәндәргә республика башлығының Рәхмәт хаттары тапшырылды. Маскировка селтәрҙәре үреп, окоп шәмдәре эшләп, алғы һыҙыҡҡа гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашыусыларҙы Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе менән «МасксетиЩитУфа» ирекмәндәр хәрәкәте бер майҙанға йыйҙы. Мәрхәмәтлек сараһынан йыйылған аҡса ла тап район-ҡалаларҙа эшләгән филиалдарға материалдар һатып алыуға йүнәлтеләсәк. Концертта билдәле артистар, үҙешмәкәр коллективтар сығыш яһап, тамашасыларға илһөйәрлек байрамы бүләк итте.



