Руслан Хәбибов Күмертауҙа спорт учреждениеларының эшмәкәрлеген баһаланы

Республика башлығы ҡушыуы буйынса Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары-спорт министры Руслан Хәбибов Күмертауҙа эш сәфәре менән булды. Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров эш ваҡытында ҡайһы бер спорт учреждениеларының ябыҡ булыуы сәбәпле унда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, ветерандар инә алмауға ризаһыҙлығын белдергәйне.

Ведомство-ара комиссияның күсмә ултырышы барышында Руслан Хәбибов ҡалалағы спорт объекттарҙы ҡараны, унан һуң хәрбиҙәр менән осрашыу ҙа ҡатнашты. Ҡаһарман замандаштарыбыҙ төбәктә булдырылған ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт алды, бынан тыш, ветерандарҙы адаптив спорт төрҙәренә йәлеп итеү мәсьәләһе лә ҡаралды.

Һәр муниципалитетҡа барып, спорт объекттарҙа ошондай инспекция эшен уҙғарасаҡбыҙ. Барлыҡ учреждениеларҙың да график буйынса эшләүенә, айырыуса балаларҙы спортҡа ылыҡтырыу буйынса саралар күрелеүенә ышанам.

Руслан Хәбибов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары-спорт министры
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ