Бөгөн Өфөлә Радий Хәбиров милләт-ара мөнәсәбәттәр советы ултырышын уҙғарҙы

Уның эшендә совет ағзалалары, йәмәғәт ойошмалары һәм милли-мәҙәни берләшмәләр етәкселәре ҡатнашты. Көн тәртибенә махсус хәрби операция шарттарында милләт-ара тотороҡлолоҡто һаҡлау мәсьәләһе сығарылды. “Ил тарихынан билдәле булыуынса, яҙмыш һанауҙары осоронда халыҡтың ойошҡан һәм берҙәмлеге Ватан көсөнә әүерелә. Бөгөн махсус хәрби операция билмәһендә төрлө милләт яугирҙары иңгә-иң терәшеп үҙ бурысын үтәй. Беҙ еңеү өсөн барлыҡ көсөбөҙҙө һалабыҙ. Ошондай шарттарҙа төрлө милләт-ара низағтарға юл ҡуймау өсөн ҡаршы торорға тейешбеҙ. Заман саҡырыуҙары яңыса эшләргә мәжбүр итә. Район-ҡала хакимиәте башлыҡтарына муниципалитетта милли сәйәсәт өсөн яуаплы урынбаҫарҙарының профессиональ компетенцияларын баһаларға тәҡдим итәм. Республика башлығы хакимитенә эште контролдә тотоу өсөн методик һәм хоҡуҡи яҡтан ярҙам күрһәтергә саҡырам, тине Радий Хәбиров.

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә Радий Хәбиров милләт-ара мөнәсәбәттәр советы ултырышын уҙғарҙы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ