Башҡортостанда йәштәр сәйәсәте өлкәһе 35 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте тармағы 35 йыллығын ҡаршылай. Тап 1991 йылда республикала ил кимәлендә тәүгеләрҙән булып йәштәр сәйәсәте тураһында төбәк законы ҡабул ителеп, властың профилле органы ойошторолған. Тиҙҙән был өлкәлә эшләүселәргә дәүләт наградаһы-маҡтаулы исем дә бирелә башлай. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров йәштәр менән сираттағы осрашыуында билдәләне. Вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә ойошторолған саранан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әҙерләгән яҙма.

Республикала 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге 1 млн 57 мең кеше йәшәй. Йәштәр иҫәбе буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе, ә Рәсәй төбәктәре араһында етенсе урында. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров йәштәр сәйәсәтен билдәләгән берҙәм һәм көслө команда менән даими осрашыуҙар уҙғара. Былтыр был йүнәлеште үҫтереү маҡсатында айырым министрлыҡ та ойошторолғайны.

Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һәм ирекмәнлете үҫтереү, «Беренселәр хәрәкәте» менән үҙ-ара эш итеү, студенттар отрядтарын үҫтереү буйынса координация советтары ултырышында йәштәрҙе борсоған көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды, йәмәғәт ойошмаларын үҫтереү буйынса бурыстар ҡуйылды. Радий Хәбиров үҙ сығышында йәнә республика йәштәре иң яҡшыһы булыуын билдәләне.

Башҡортостанда «Беренселәр хәрәкәтенең» ике меңдән ашыу беренсел бүлексәһе ойошторолған, йылдан-йыл хәрәкәткә ҡушылыусылар арта. Әле ул 365 меңдән ашыу кешене берләштерә. Республика өсөнсө йыл рәттән ойошманың федераль гранттар конкурсында ла уңышлы күрһәткестәргә ирешә.

Йәштәр менән эш-республика өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Осрашыу барышында Радий Хәбиров «Йәшлек» йәштәр киңлегендә Студенттар отрядын үҫтереү үҙәген ойоштороу ҡарары ҡабул итеүен дә хәбәр итте.

Республика йәштәре Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе. Сара аҙағында активистар бүләкләнде.

Былтыр Башҡортостанда йәштәр сәйәсәте өлкәһе хеҙмәткәре көнө булдырылды. Ул йыл һайын июндең һуңғы шәмбеһе-Йәштәр көнө менән бергә билдәләнә. Һөнәри байрамдың барлыҡҡа килеүе лә йәштәр менән эшләгән белгестәрҙең хеҙмәтенә юғары баһа. Тап улар ярҙамы менән республика үҫешенә лә яңы көс-энергия өҫтәлә.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ