Өфөләге студенттар кампусы киләһе йылдың ғинуарында тәүге йәштәрҙе ҡабул итәсәк

Йәштәрҙе берләштереүсе заманса мөхит. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусы төҙөлөшө юғары темпта, йылдам барыуын да билдәләне. Объект йыл аҙағына тиклем сафҡа индерелеп, киләһе йыл ғинуарҙа йәштәрҙе ҡабул итергә тейеш. Проект буйынса бер стилобат менән тоташҡан ете башня күтәрелә, унда 4 меңдән ашыу студентҡа йәшәү урыны булдырыласаҡ. Әле объект эргәһендәге биләмә тәртипкә килтерелә, бордюрҙар ҡуйыла башлаған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ