Башҡортостанда Дәүләт Думаһына алдан тауыш биреүҙә 122 кандидат ҡатнашты

Башҡортостанда Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау буйынса алдан тауыш биреүҙә 122 кандидат теркәлгән, уларҙың 18-е-махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар. Бер урынға 10 кандидат дәғүә иткән. Был турала «Берҙәм Рәсәй»ҙың төбәк бүлексәһе конференцияһында партияның төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров белдерҙе. Алдан тауыш биреүгә республикала 320 меңдән ашыу кеше үҙ кандидатураһын сығарған. Улар араһында Дәүләт Думаһының ғәмәлдәге 9, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 16, Өфө ҡала советының 4 депутаты булған, шулай уҡ 18 ветеран ингән. Алдан тауыш биреү йомғаҡтары буйынса һайлаусыларҙың иң күп тауышын йыйған кандидаттар билдәләнде.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ