Краснокама районында Мысовка йылғаһы аша күперҙе ремонтлау дауам итә

Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда 23 күпер төҙөкләндереләсәк. Борай, Дүртөйлө райондарындағы ҙур объекттар «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә тәртипкә килтерелә. Краснокама районындағы күперҙә лә реконструкция эштәре дауам итә. Удмурт республикаһы менән тоташҡан юл учасктаһында БЮТ ижади төркөмө лә булды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

Мысовка йылғаһы аша үткән күпер Башҡортостан менән Удмурт республикаһы араһын бәйләй. Машиналар ағымы көслө юл участкаһында апрелдә төҙөкләндереү эштәре башланған. Хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы бында иҫке күперҙе яңыртыу, асфальтты алмаштырыу, юл һыҙаттарын тәртипкә килтереү күҙаллана.

Күперҙең оҙонлоғо 39, киңлеге 6 метр. Ремонт ваҡытына транспорт хәрәкәте светофор ярҙамында көйләнә. Тәүлегенә трасса аша 5 мең самаһы машина үтә. Трафик көслө һаналған транспорт артерияһы сәнәғәт һәм ауыл хужалығы өсөн мөһим төбәктәр менән бәйләүсе юл участкаһы булып тора.

Краснокама районындағы күпер «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә алып барыла. Төҙөкләндерелгән объект октябрҙә файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә Федераль программа ярҙамында быйыл Башҡортостанда дөйөм оҙонлоғо 1 мең 900 метрлыҡ 15 күпер ремонтлана.

Ф.Миһранова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ